Автор: Исламгулова Зиля Акрамовна
Должность: учитель начальных классов
Учебное заведение: МБОУ СОШ село Верхнеиткулово
Населённый пункт: Ишимбайский район РБ
Наименование материала: "Конспект урока"
Тема: "Слова, обозначающие предмет"
Раздел: начальное образование
Ишембай районы Юғары Этҡол урта мәктәбе
уҡытыусыһы Исламғолова Зилә Әкрәм ҡыҙы төҙөгән
дәрес –конспект.
Башҡорт теле, 1-се класс
Дәрес темаһы: Предметты белдергән һүҙҙәр.
Максат:
1. предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәрҙе өйрәнеүҙе дауам
итергә, тема буйынса белемдәрен системаға һалыу һәм нығытыу;
2. уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү , иғтибар, хәтер һәм
күҙәтеүсәнлекте үҫтереү;
3.һөттән әҙерләнгән башҡорт милли аштары менән таныштырырға;
балаларҙа тәбиғәткә, йәнлектәргә ҡарата хәстәрлек тойғолары тәрбиәләргә
Йыһазландырыу: дәреслек, эш дәфтәре, ноутбуктар, проектор,смайликтар
(һәр уҡыусыла ҡояш, болот, болот артына керә башлаған ҡояш), карточкалар.
Дәрес төрө: ИКТ ҡулланылған дәрес
Дәрес тибы: ҡабатлау дәресе
Дәрес барышы
Дәрес
этаптары
Уҡытыусы эшмәкәрлеге
Уҡыусы
эшмәкәрлеге
I.Психологик
комфорт
булдырыу
Һаумыһығыҙ,уҡыусылар
Башлана беҙҙең дәрес,
Уйнап-көлөп, шаярышып
Ялҡытмаймы тәнәфес.
- Уҡыүсылар, бөгөн дәрестә ҡунаҡтар
бар.
- Уларға ҡарап йылмайығыҙ һәм тыныс
ҡына үлтырығыҙ.
- Һеҙҙең кәйефегез нисек икән?
- Кемдең кәйефе бик әйбәт , “ҡояш”
күтәрә, кемдең бик насар “болот”
күтәрә, ә кемдең кәйефе уртаса ” болот
артына ҡаса башлаған кояш” күтәрһен.
-Афарин, уҡыусылар. Минең дә
кәйефем бик әйбәт.(1-се слайд)
( уҡытыусы “ ҡояш”ты слайдта
күрһәтә). Ҡунаҡтар булғанда, бер
кемдең дә кәйефе насар булырға тейеш
Ҡыңғырауҙы ишеттек
тә
Ашыҡтыҡ беҙ дәрескә
Еңдәребеҙҙе һыҙғанып
Тотонабыҙ беҙ эшкә.
Ҡунаҡтарға боролоп,
йылмайып,сәләмнәйҙәр
.
Смайликтар ярҙамы
м
е
н
ә
н кәйефен
билдәләү.
2. Уңыш
ситуацияһын
ойоштороу.
3.У ҡыу
мәсьәләһен
ҡуйыу.
түгел.
Артикуляцион күнегеүҙәр.
-
Беҙ башҡорт теле дәресендә күп
һөйләшәбеҙ.Әйҙәгеҙ, телгә
зарядка яһап алайыҡ.
-
Танау менән тын алабыҙ һәм
шарҙы тултырабыҙ.
Бесәй мырлай: мыр-мыр.
Һыйыр мөңрәй:мө-мө.
Һарыҡ баҡыра: бә-бә.
Кәзә әйтә: мә-мә.
-
Ниндәй хайуандар тураһында
әйттек?
-
Был һүҙҙәр нимәне белдерә?
Уларҙы бөтәһен дә нимә тип
әйтеп була?
_ Ә хәҙер йомаҡтарҙы сисеп,
кроссворд тултырайыҡ. (слайд 2-7)
1. Энәле йомғаҡ (терпе)
2. Күктән килде.ергә китте(ямғыр)
3. Яҙ килһә кейенә, көҙ килһә
сисенә(ер)
4. Ике үркәсле була,һыуһыҙ ҙа
йәшәй ала(дөйә)
5. Елбикә алып килгәнде, ербикә
ҡабул иткән(ямғыр)
6. Осо нәҙек,төбө йыуан, ярата уны
ҡуян(кишер)
7. Дурт кешегә бер эшләпә(өҫтәл)
Килеп сыҡҡан һүҙҙе уҡығыҙ (8 –се
слайд)
( предмет)
-
Бөгөнгө дәрестең ниндәй тема
булыр икән? (9 – сы слайд)
-
Дөрөҫ, бөгөн беҙ предметты
белдергән һүҙҙәр тураһында
һөйләшербеҙ.
(Таҡтаға терәк таблица эленә).
Предмет
-
Ниндәй маҡсаттар ҡуйырбыҙ, нимә
белергә теләйһегеҙ?
Артикуляцион
а п п а р а т т ы
э ш к ә
көйләү.
Уҡытыусы әйткәнен
иғтибарлы
тыңлап.
Күрһәтелгән
эштәрҙе
үтәү.
Предметтың атамаһын
-Йорт хайуандары
Бирелгән
йома ҡ т а р
б у й ы н с а
п р е д м е т
атамаһын
белдергән
һүҙҙәрҙе
к р о с с во рд
шаҡмаҡтарына
тура
килтереп ҡуйыу.
-Предметты
белдергән
һүҙҙәр
Дәрестең
маҡс атын
билдәләргә өйрәнеү.
-Предметты белдергән
4. Уҡыу
мәсьәләһен
хәл итеү.
-Асығыҙ эш дәфтәрегеҙҙе.
Числоһын яҙығыҙ.
Матур яҙыу: атама,исем
-Һәр предметтың үҙ атамаһы
( исеме) була. Юлда нисә тапҡыр
яҙып була?
Күҙҙәргә физкультминутка:
Уң күҙеңде ҡысып ал да
Һул күҙеңде ҡысып ал,
Шунан тәҙрә аша
Күк офоҡҡа күҙең һал.
Ике күҙеңде йом да
Бер минуттай йоҡлап ал.
Уңға, һулға башын сайка,
Бына шулай була ял.
- Уҡыусылар, барыбыҙ ҙа баҫтыҡ,уйын
уйнайбыҙ.
Мин һүҙҙәр әйтәм, әгәр һүҙ предметты
белдерә ҡул сәпәкләйбеҙ, белдермәһә
сүкәйеп ултыраһығыҙ .
1.
Дәфтәрҙә эш: 1-се кунегеү
-
Һүрәттә нимә күрәһегеҙ? Һеҙ
әйткән һүҙҙәр ниндәй һүҙҙәр ул?
– Ни өсөн? (күреп, тотоп була)
-
Оҡшаған бер һүҙҙе дәфтәргә
яҙығыҙ. (Ижеккә бүлеп әйтәләр,
орфограммаларҙы билдәләйҙәр )
Таҡтанан тикшереү.
- Кем ниндәй һүҙ яҙҙы, таҡтанан шуны
таба ла һәм тикшерә.
- Кемдең дөрөҫ түгел?
2. (10-сы слайд). Уйын «Артыҡ һүҙҙе
билдәлә» 1-се күнегеү -
орфограммаларҙы билдәләгеҙ.
3. Төркөмдә эш.(ике төркөм
тренажерҙа эшләй)
һүҙҙәр икенсе һүҙҙәрҙән
нимә менән
айырыла,уларға ниндәй
һорау ҡуйыла.
Матур һәм дөрөҫ яҙыу
күнекмәләрен үҫтереү.
Шиғыр юлына тура
килерлек хәрәкәттәр
яһайҙар.
- Төркөмдә нисек эшләйбеҙ?
Дуҫыбыҙға ярҙам кәрәк. Асыҡ диңгеҙҙә
урынлашҡан утрауынан карап менән
уны ҡотҡарырға кәрәк. Берегеҙ
штурвал артына торһон, бер уҡыусы
бортовой журнал тултырһын(билдәләп
барһын- нисә тапҡыр ҡотҡарҙығыҙ),ә
ҡалғандары капитандың ярҙамсылары.
4.ЯЛ МИНУТЫ (музыкага)
«Гармунсы» йырына хәрәкәттәр
Гармун, гармунсы. Кем? һәм Нимә?
5. Работа по слайду.(Слайд 12 - 13)
Һығымта: Предметты белдергән
һүҙҙәр Кем? һәм Нимә? Һорауҙарына
яуап була.
6.Парлап эш. ( һүҙҙәр карточкала
яҙылған)
Предметты белдергән һүҙҙәрҙе генә
ҡалдырығыҙ.
Төлкө
Ямғыр
Ағастар
Йәшәйҙәр
Ҡояш
Матур
Һыйыр
Таҡтанан үҙ аллы тикшереү.
-Кемдең улай түгел?
-Ни өсөн? Һығымта.(Кем?, нимә?)-
предмет, ни эшләй?- хәрәкәт, ниндәй? -
билдә
- Хайуандарҙың атамаһын белдергән
һүҙҙәрҙе әйтегеҙ. Улар нимә менән
айырыла?
-Ошондай әйтем бар- Һыйыры барҙың-
һыйы бар. Нисек аңлайһығыҙ?
-Һыйырҙың ниндәй файҙаһы бар?
Һөттән әҙерләнгән ниндәй
ашамлыҡтарҙы беләһегеҙ?
Фекерлеу һәләтен
үҫтереү.Кәңәшләшеп
эшләргә өйрәтеү.
Йырҙы йырлап, хәрәкәттәр
яһау, Тәнде ял иттереү.
Уҡыусыларҙың фекерен
тыңлау
Һөттән эшләнгән ризык
5.Рефлексив
анализ.
7. (14-се слайд) 2-се күнегеү
-Һүҙҙәрҙе ижеккә бүлегеҙ.«Фото»ға
төшөрөгөҙ.
- Ниндәй һүҙҙәр йәшенгән?
(Һүҙҙәрҙе матур, дөрөҫ дәфтәргә яҙыу)
1.-Уҡыусылар, беҙ дәрестә ниндәй
һүҙҙәр менән таныштыҡ?
- Дәрес башында ҡуйылған
маҡсаттарға ирештекме?(Һығымта
таблица буйынса)
-Бигерәк тә нимә оҡшаны?
2. -Һеҙҙең кәйефтәрегеҙ нисек
икән? Кәйефтәрегеҙ үҙгәрмәнеме?
(“Уңыш” ағасына алмалар ҡуйыу, үҙ
эштәрен баһалау)
- Һеҙ бик тырыш булдығыҙ, бик ҙур
рәхмәт. Афариндар. Күтәренке кәйеф
менән дәресте тамамлайбыҙ.
тәмле,файҙалы, туҡлыҡлы.
-Предметты белдергән
һүҙҙәр менән.
Фекерләргә өйрәнәләр,
һөйләү телмәрен үҫтерәләр.